«Ер хәтере» акцияһын Баймаҡ ере ҡабул итте

Республика акцияһы тарихи һәм тәрбиәүи әһәмиәткә эйә, тыуған илен һаҡлап ҡорбан булған батырҙар рухына арнала.  Баймаҡ районы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә тос өлөш индерә.

Фронтҡа 13 меңдән ашыу кеше оҙатыла, уларҙың 6 меңгә яҡыны тыуған яғына әйләнеп ҡайта алмай. Уларҙың яҡты рухын иҫкә алып, һуғыш ветераны, Жуков миҙалы кавалеры Ғәйзулла Әблүҙин гильзаға тупраҡ һалды. 

Баймаҡ ҡалаһында үткән республика акцияһында Баймаҡ, Күгәрсен, Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура райондары, Сибай ҡалаһы делегациялары ҡатнашты. Ер хәтере акцияһы - йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай, ти сарала ҡатнашыусылар.

Илдар Байбулатов