Ҡырҡ берҙең арбалы ҡатындары...

Драматург Зәки Зәйнуллиндың «41-ҙең арбалы ҡатындары» спектаклендә Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы меңләгән ҡатын-ҡыҙҙың яҙмышы сағылдырылған. Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе Рәфиға Арыҫланова ла әҫәрҙе ҡарағандан һуң «Был бит өләсәйебеҙ яҙмышынан алынған» тип БЮТ каналының редакцияһына шылтыратты.

Туймазы районы Уяҙытамаҡ ауылында йәшәгән Сәйҙиниса Сәйәх ҡыҙы менән Миңлеәхәмәт Закир улы Әрелбаевтарҙың тормош юлы, ысынлап та, тетрәндергес әҫәргә торошло. Ғаилә тарихы менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева таныштыра.

Драматург Зәки Зәйнуллиндың «41-ҙең арбалы ҡатындары» спектакле. Стәрлебаш районында йәшәүсе ҡатындар ирҙәренең фронтҡа китер алдынан уҡыуҙар ваҡытында ас йөрөгәндәрен ишетеп, аҙыҡ- түлек алып бара. Үҙ ауыҙҙарынан өҙөп арбаға тейәгән күстәнәсте биреп ебәрә алмайҙар. Улар етер саҡта ғына станциянан поезд ҡуҙғала. 

Ә бына Әрелбаевтарҙың әсәһе Сәйҙинисә Сәйәх ҡыҙы барып етеп өлгөргән. Уяҙытамаҡ ауылынан Туймазыға тиклем ҡарлы ямғыр аҫтында арбаһын һөйрәп ул тәүҙә ҡырҡ саҡрым тирәһе йәйәү барған. Артабан поезд менән ире эргәһенә Алкин ҡасабаһына барып аҙыҡ-түлек  һәм йылы кейемдәр илткән.

Һуғыштың тәүге айҙарынан уҡ фронтҡа саҡырыу алған Миңлеәхмәт Әрелбаев Курск дуғаһы, Сталинград – алыштарҙың иң көслөләрендә булып Прагаға тиклем барып етә. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры полктың элемтә буйынса командиры булған. Фашистар ҡамауында ҡалып та тағы ике һалдат менән унан сыға алған. Днепр өсөн алышта полк байрағын һаҡлап алып  ҡалған.

Хәрби аэродромды азат иткәндә ҡаты яраланған. Бөйөк Ватан һуғышындағы батырлыҡтары өсөн «Ҡыҙыл йондоҙ» ордены, «Дан» ордендары, миҙалдар тағып 1945 йылдың көҙөндә әйләнеп ҡайта. Ауылдаштарына иң татлы күстәнәс – шәкәр алып ҡайтып берәр ҡалаҡлап өләшеп сыға.

Тик 1957 йылда уларҙың ғаиләһенә фажиғә килә. Йөклө килеш мейес ағартып йөрөгән еренән ҡолап төшөп күп ҡан юғалтыуҙан Сәйҙиниса Әрелбаева биш балаһын ҡалдырып  баҡыйлыҡҡа күсә. Был ҡайғылы көн тураһында  уның ейәнсәре Рәфиға Арыҫланова хикәйә яҙып китап итеп баҫтырған.

Уны Алкин ҡыҙы тип йөрөткәндәр. Сәйҙиниса Сәйәх ҡыҙының ирен һуғышҡа оҙатырға барып ҡайтҡандан һуң туғыҙ айҙан тағы бер ҡыҙҙары тыуған, уға Алина тип исем ҡушҡандар.

Быйыл августа 80 йәшен тултырасаҡ ханым ерҙе үҙе ҡаҙый, түтәлдәре лә теп-теүәл тигеҙ килеп сыға.  

Яугир икенсе тапҡыр өйләнгән һәм тағы ике балаға ғүмер биреп 1986 йылда донъя ҡуйған. Инде үҙҙәре олпат йәшкә еткән һуғыш балалары бер теләктә – ил күгендә тыныслыҡ булһын.

Рәмилә Исмәғилева