Яҙғы кампания йәмғеһе 520 мең гектар майҙанда үткәрелгән, был пландың дүрттән бер өлөшө. Ошо турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙҙы. Төбәктә биш климат зонаһы булыуын иҫәпкә алып, сәсеү эштәре һәр береһендә үҙ графиктары буйынса бара.
Яҙғы культураға бүленгән майҙандарҙың яртыһынан күбеһе Ауырғазы һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында сәселгән, Улар артынса Әлшәй менән Мәләүез райондары килә, тип яҙған республика етәксеһе.