Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының кәмендә 35 хеҙмәткәре һәм 15 берәмек техника иртәнән алып Ауырғазы районында эшләй. Бөгөн Кешәнде ауылында нефть торбаһы ярылған. "Башнефть-Добыча" йәмғиәте менән берлектә ҡара алтындың артабан таралыуына юл ҡуйылмаған.
Торбаүткәргестең зыян күргән участка ябылған, әле түгелгән ер ҡатламы эшкәртелә. Экологтар билдәләүенсә, шыйыҡсаның асыҡ һыу ятҡылыҡтарына эләгеү хәүефе теркәлмәгән.