Бөгөн төндә республика төбәктәрендә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ошондай уҡ һауа торошо иртәгә көндөҙ ҙә дауам итә. Шулай ҙа көньяҡ райондарҙа башлыса яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. Урыны менән көслө ел сыға.
Уның тиҙлеге секундына 20 метрғаса етеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә 3- 8 градус йылы, айырым райондарҙа ҡырау төшкәндә 3 градусҡаса һыуыта, көндөҙ 15-20, төньяҡ төбәктрҙә 8-13 градус йылы күрһәтә. Ҡотҡарыусылар көслө ел ваҡытында һаҡ булырға, ҡороған ағас, реклама банерҙары, бағаналар эргәһенә яҡын бармаҫҡа, автомобиль ҡуймаҫҡа кәңәш итә.
Рәйлә Күсемханова