Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә яңы социаль хеҙмәт барлыҡҡа килде

Олимпиада урамында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм билдәле йәшәү урыны булмаған граждандар өсөн мунса асылды. Ул урында йәшәүсе бағыусы һәм ирекмәндәр ярҙамында төҙөлгән. Ойоштороусылар хеҙмәттәрҙе арттырып, бинала тағы ла сәс киҫеү һәм ял бүлмәләре, фельдшер пункты булдырмаҡсы.

Йортһоҙ ҡалыусыларға бушлай йоҡлау урындары, кейем-һалым һәм аҙыҡ-түлек тәҡдим ителәсәк. Башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн изге эш башлаусыларға өҫтәмә финанс ярҙам талап ителә.

Беҙҙең ойошма былтыр барлыҡҡа килде. Инвалидтар өсөн мунса төҙөү тәҡдиме сетерекле ваҡиғанан һуң тыуҙы. Пландар күп, киләсәктә бөтә уңайлыҡтарҙы ла булдырыу буйынса эш алып барасаҡбыҙ.

Илдар Хәйбуллин, «Чистотел» инвалидтарҙы социаль яраҡлаштырыу үҙәге етәксеһе

Рәзилә Ғиниәтуллина