Уттан һаҡ бул! Өфө ҡалаһының Ленин районында янғын хәүефһеҙлеге буйынса ведомство-ара рейд үтте. Рейдта БЮТ каналының ижади төркөмө лә ҡатнашты.
Өфө ҡалаһының янғынға ҡаршы көрәш идаралығы, йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге, "Ғаилә" республика ресурс үҙәге хеҙмәткәрҙәре баш ҡаланың шәхси йорттар биҫтәһе буйлап йөрөнө. Рейд исемлегендә ауыр тормош хәлендә ҡалған, профилактик иҫәптә торған ғаиләләр, өлкәндәр һәм йөрөй алмаған граждандар.
Нижегородкалағы таулы урында йорттар бер-береһенә терәлеп урынлашҡан. Янғын сыға ҡалһа, ул бер нисә хужаның мөлкәтенә ҡабыуы бар. Ҡотҡарыусылар граждандарға был мәлдә айырыуса һаҡ булырға кәрәклеге хаҡында аңлата.
Рейд ойоштороусылар янғынға ҡаршы ҡоролмаларҙың төҙөклөгөн дә тикшерә. Мәғлүмәти бланктар, балалы ғаиләләргә төҫлө һүрәтле белдереүҙәр тарата.
Башҡортостан башлығы ҡарарына ярашлы, республикала 1 майҙан урмандарҙа, ауыл хужалығы ерҙәрендә, айырыуса һаҡланған тәбиғәт ҡурсаулыҡтарында, юл, йылға һәм күл буйҙарында, ауыл һәм ҡала биләмәләрендә, баҡсаларҙа, предприятие территорияларында усаҡ яғыу тыйылған. Уны боҙоусыларға штраф ҡаралған.
Рәмилә Исмәғилева