Программа сиктәрендә диңгеҙ флоты командиры урынбаҫары Игорь Курочкин етәкселендәге делегация 161-се лицей базаһында урынлашҡан «Витязь-юниор» хәрби-патриотик кадет үҙәгендә булып, буласаҡ хәрбиҙәр менән аралашты. Делегация сәфәрен БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина күҙәтте.
ГТО значогы һәм тағы ла бер нисә награда. Үҫмер йәшендә булыуға ҡарамаҫтан, кадет Ксения Бурасованың күкрәгендә бер нисә миҙал ялтлай. Хәрби-патриотик үҙәктә дәртләндереү системаһы эшләп килә. Бында өлкән вице-матростан вице-старшинаға тиклем хәрби дәрәжәләргә, юғары тәртип һәм уҡыуҙа алдынғылыҡ өсөн «Бурыс һәм намыҫ» наградаһына эйә булырға мөмкин.
Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған лабораториялар, спорт майҙансыҡтары. Кадеттарҙың төрлө яҡлап үҫешеүе өсөн лицейҙа бөтә шарттар булдырылған. Майҙандағы бассейнда һәм көнсығыш һуғыш сәнғәттәре залында даими рәүештә ярыштар үткәрелә.
Хәрби сәнғәт нигеҙҙәре менән үҫмерҙәр кадет класында таныша. Бында улар беренсе медицина ярҙамы күрһәтергә, автомат йыйырға, мәргән атырға өйрәнә.
161-се лицейҙағы хәрби-патриотик үҙәк республикала иң алдынғыларҙың береһе. Бында 129 кадет белем ала. Профилле белем биреү 2017 йылдан эшләп килә. Осрашыу һуңында Төнъяҡ флоты менән уҡыу йорто араһында килешеү төҙөлдө. Документҡа ярашлы, киләсәктә кадет өсөн диңгеҙ флотында практик дәрестәр ойоштороу мөмкинлеге лә ҡарала.
Рәзилә Ғиниәтуллина