Ун биш йәшендә фронтҡа алынған ҡаһарман

15 йәшендә фронтҡа алынған Владимир Егоров үҫмер сағынан тимер юл хеҙмәтендә эшләй. Һалдаттарҙың ярҙамсыһы булараҡ хеҙмәт юлын башлаған егет һуғыштан һуң Орел ҡалаһынан Өфөнөң Дим биҫтәһендәге тимер юл станцияһында эшкә оҙатыла. Хәрби тимер юлсы 92 йәшен билдәләп Еңеү көнөн Ҡыҙыл майҙанда ҡаршы алырға ниәтләй. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

92 йәшлек Владимир Егоров физик күнекмәләр менән бәләкәйҙән дуҫ. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны әйтеүенсә, тап хеҙмәткә һәм әүҙем тормошҡа һөйөү уға дәһшәтле йылдарҙа ла иҫән ҡалырға ярҙам иткән. 15 йәшенән фронтҡа алынған егет ауырлыҡтарға әҙер була. Үҫмер тимер юл буйлап фронтҡа ҡорал һәм техника ташып, дошман менән көрәшкә инә.

Әлбиттә, фашистарҙан ҡурҡа инем, сөнки тимер юлда эшләгән ваҡытта ла беҙҙең поездарға һөжүм иттеләр. Беҙ ҡыуаҡлыҡтар, урман эсенә ҡаса инек. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең һалдаттарҙың дошманды ҡыйратҡан мәлдәрен ғорурланып күҙәттек.

Владимир Егоров, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны

Орел ҡалаһында тыуып үҫкән Владимир Егоровты машинист вазиваһында Дим биҫтәһе тимер юлына эшкә ебәрәләр.1946 йылдан алып уның тормошо Башҡортостан  менән бәйле. Бында ул ғаилә ҡороп, бер ул тәрбиәләп үҫтергән. Сергей Егоров та атаһынан өлгө алып, тимер юлсы һөнәрен һайлаған.

Атайымдың көслө рухлы, тырыш булыуына һоҡланам. Уның 15 йәштән фронтҡа китеп, йәшләй күргән михнәттәре тураһында балаларыма, ейәндәремә һөйләйем. Атайыма оҡшарға тырышып, армия сафтарында ҙур теләк менән хеҙмәт иттем.

Владимир Егоров, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны

1945 йылда Кенигсберг ҡалаһындағы алыш ваҡытында Владимир Егоров снаряд ярсығынан яралана һәм Еңеү көнөн тылда ҡаршылай. Ветеран бөгөндә Советтар Союзы  етәкселегенең рәхмәт хаттары һәм тиҫтәләгән миҙалдарын күҙ ҡараһылай һаҡлап, тарих биттәрендә мәңгелек урын алған ваҡиғаларҙы иҫкә ала. Хәрби тимер юлсы Еңеү көнөн йылдағыса түҙемһеҙләнеп көтә.  Быйылғы Еңеү парадын аталы-уллы Егоровтар Мәскәүҙә Ҡыҙыл Майҙанда ҡаршыларға йыйына.

Флорида Ким