Башҡортостан халҡы үҙәк дәүләт тарих архивы фондтарында батырҙар йыльяҙмаһын барлай ала

Хәтер мәңгелек. Башҡортостан үҙәк дәүләт тарих архивы фондтарында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары ҡаһарманлығын мәңгеләштергән хаттар һәм фотоһүрәттәр тупланған.

Был хаттар ғаиләләрҙә һаҡланған. Уларҙың араһында тамырҙары Салауат районы Малаяҙ ауылынан булған Ғәлимйән Шакирйән улы Борхановтың да фронттан әсәһенә яҙған хат-сәләмдәре бар. Хаттарҙың күпселеге республика матбуғатына ебәрелеп, ташҡа баҫтырылған.

Йылдар үтеү менән был ҡиммәтле материалдар архив фондттарына тапшырылған. Уларҙы өйрәнеүселәр илебеҙ азатлығы өсөн тиңһеҙ яуҙарҙа башын һалған батырҙар йыльяҙмаһын барлай ала.

Ғәлимйән Борханов та Бөйөк Ватан һуғышы тамамланырға ике ай ҡалғас, Польшаны фашистарҙан азат иткәндә вафат булған. Хәрбиҙең әсәһенә Польшанан ебәрелгән хатта, ҡаһарман ул үҫтергәне өсөн рәхмәт юлдары ла бар.

Гүзәл Борханова