Өфө дәүләт авиация техник университетында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыллығына арналған тантаналы митинг ойошторолдо. Унда дүрт Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, абруйлы ҡунаҡтар, уҡытыусылар, студенттар ҡатнашты.
Сарала хәрби-патриотик йырҙар яңғыраны, студент-курсанттар тигеҙ сафтарҙа марш менән үтте. Юғары уҡыу йортоноң 300-ҙән ашыу хеҙмәткәре илебеҙ азатлығы өсөн көрәшкән. Уларҙың исем-шәрифтәре хәтер мемориалында ташҡа баҫтырылған.
Тиңһеҙ яуҙарҙа башын һалғандар иҫтәлегенә мемориалға сәскә гөлләмәләре һалынды. Тантаналы митинг һуңында почетлы ҡунаҡтар ветерандарға рәхмәт билдәһе тип, исемле ҡарағайҙар ултыртты. Студент йәштәр хәрби-спорт эстафетаһында ҡатнашты.
Гүзәл Борханова