«Тәрбиәгә бала алған иң яҡшы ғаилә – 2022» конкурсының муниципаль этабы дауам итә

Баймаҡ районында уҙған бәйгелә биш ғаилә көс һынашты. Конкурс талаптары буйынса, конкурста ҡатнашыусылар бергәләп эшләгән ҡул эштәрен, йыр-моңға һәләтле булыуҙарын күрһәтергә тейеш ине.

Һөҙөмтәлә «Иң ижади ғаилә», «Иң татыу ғаилә» кеүек төрлө номинациялараҙа еңеүселәр билдәләнде, ә республика кимәлендә район данын яҡлаусылар итеп Йәнйегет ауылынан Ҡарабаевтар ғаиләһе һайланды. Фәниә һәм Азамат Ҡарабаевтар 13 бала тәрбиәләй, уларҙың 10-һын улар ҡурсыуға алған.

Рәзилә Ғиниәтуллина