Спорт берләштерә. Аҡъярҙа Урал Аръяғы йәмәғәт башланғыстары берлеге кубогына мини-футбол буйынса турнир ойошторолдо. Ярышта Хәйбулла, Әбйәлил, Йылайыр, Баймаҡ райондары, Сибай ҡалаһы командалары ҡатнашты.
Уйынсыларҙың барыһы ла төрлө ойошма-предприятие хеҙмәткәрҙәре. Спорт сараһын ойоштороусылар билдәләүенсә, финалға төбәктең иң көслө командалары сыҡҡан.
Мини-футбол буйынса ойошторолған ярышта барлығы алты команда уйнаны. Турнир һөҙөмтәләре буйынса беренселекте Әбйәлил районы йәштәре яуланы. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы баймаҡтар һәм хәйбуллалар уртаҡлашты.
Гөлназ Хәйбуллина