Илебеҙҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин Бөйөк Еңеү айҡанлы батырҙар турниры ойоштора

Ярыш инвентары ғәҙәти булмаған металдан эшләнәсәк.

Уны химик ҡоралды юҡ иткәндә барлыҡҡа килгән ҡара металл һыныҡтарынан әҙерләйәсәктәр. Дөрөҫөрәге, термик зарарһыҙландырыу үткәндән һуң химик боеприпастар корпустары ҡулланыласаҡ.

Батырҙар 9 майҙа «Тораптау» конгрес-холы туҡталҡаһында майҙан тота, сара көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана.

Был турнирҙың маҡсаты  һуғыш ҡоралынан тыныс тормош  өсөн эш ҡоралы яһап, уны  бар ғәләмгә  күрһәтеү. Был осраҡта беҙ спорт инвентары яһаясаҡбыҙ. Мин Ер йөҙөндә ҡоралды тыныс маҡсаттарҙа, спорт майҙандарында ҡулланыу яҡлымын.

Эльбрус Ниғмәтуллин, «Планетаның иң көслө кешеһе – 2005» турниры еңеүсеһе

Гүзәл Борханова