Геройҙар онотолмай. Өфөлә рядовой Арсений Воробьев иҫтәлегенә графити, мемориаль таҡтаташ һәм «Герой партаһы» асылды. Арсений Валерий улы Донбасты яҡлау буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашып, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була. Яугир иҫтәлегенә үткән саранан БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.
Асыҡ йөҙлө, аралашыусан һәм сая ҡарашлы. Волга һыу транспорты дәүләт университетының Өфө филиалы бинаһына рядовой Арсений Воробьевтың фотоһүрәте төшөрөлөүе осраҡлы түгел. Украиналағы махсус операцияла батырҙарса һәләк булған һалдат тап ошо уҡыу йортон тамамлаған. Ул бала саҡтан хәрби һөнәргә ынтылды, тип иҫкә ала Арсенийҙың ағаһы.
Арсенийға быйыл көҙ 21 йәш тулған булыр ине. Баш ҡаланың 4-се мәктәбен тамамлаған егет Волга һыу транспорты дәүләт университетының Өфө филиалында белем ала. Былтыр ҡулына диплом алған Арсений артабанғы яҙмышын илдең ҡораллы көстәре менән бәйләй. Контракт төҙөп Һамар өлкәһендәге хәрби частарҙең береһенә эләгә. Намыҫлы хеҙмәт итергә ант биргән егет тәүге көндәрҙә үк махсус операцияға йәлеп ителә.
Арсенийҙың әсәһенә улына үлгәндән һуң бирелгән «Батырлыҡ ордены» тапшырылды. Яугирҙың иҫтәлеген мәңгеләштереп ул белем алған вузда граффити һәм хәтер мөйөшө асылды. Унда һалдаттың шәхси әйберҙәре, студент билеты һәм зачет кенәгәһе урын алған.
Ҡыйыу яҡташыбыҙҙың исемен тыуған мәктәбендә лә иҫкә алдылар. Ул уҡыған кабинетта «Герой партаһы» асылды. Был парта артында ултырыу хоҡуғы яҡшы уҡыған һәм мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан уҡыусыларға биреләсәк.
Бынан тыш, мәктәп һәм Арсений йәшәгән йорт бинаһында мемориаль таҡтаташ асылды. Уҡыуҙа ла, спортта ла һынатмаған егет музыка ҡоралында ла уйнай. Фортепиано класына йөрөгән Балалар сәнғәт мәктәбендә махсус стенд урынлаштырылды. Батырлыҡ өлгөһө булып торған Арсений халыҡ хәтерендә мәңге ҡалырына шик юҡ.
Әлфинә Килдейәрова