Баҙарҙа ҡытлыҡ тыуҙырмау өсөн ошондай ҡарар ҡабул ителгән. Бындай норма Башҡортостандағы 6 предприятиеға ҡағыла. Беҙҙең республикала медицина мебеле, офтальмология аппараттары, реабилитациялау кәрәк-яраҡтары етештерелә. Был тауар Рәсәйҙән тыш сит илдәргә һатыла. Санкция шарттарында ҡайһы бер бәйләнештәр өҙөлгән, әле яңы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре эҙләнә, продукция етештереү туҡтатылмай, тип хәбәр итәләр Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығынан.