Республика Донбасҡа гуманитар ярҙам оҙатты

Уны Рәсәй Коммунистар партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе әҙерләгән. Луганск һәм Донецк республикаларында йәшәүселәр өсөн оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, дарыуҙар һәм канцелярия тауарҙары тупланған.  Партия активистары ойошторған мәрхәмәтлек сараһына предприятиелар һәм халыҡ ихлас ҡушылған. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, КПРФ-тың Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Юнир Ҡотлоғужин.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республиканан оҙатылған йөк автомобиле Ульяновск ҡалаһына тиклем бара. Артабан Волга буйы федераль округынан Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына ҙур гуманитар ылау ебәрелә.