Быйыл республикала майлы культура майҙандары арттырылған

Мәҫәлән, Благоварҙа етен баҫыуҙарын киңәйткәндәр. Ленттерра хужалығында әле ошо культура сәселә. “Ул ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында ла яҡшы уңыш бирә, баҙарҙа хаҡы ла ҡиммәтерәк”, - ти ауыл эшсәндәре Ғабдулла Шәкүров һәм Рәфис Әмирханов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Санкцияларға тиклем Башҡортостанда үҫтерелгән етен, Европа берлегенә оҙатылған. Көнбайыш баш тартҡандан һуң,  республика көнсығышҡа йүнәлгән. Көньяҡ Азия баҙарында  етенгә ихтыяж ҙур. Апрель уртаһында ғына Ҡытайға 280 мең тоннан ашыу майлы орлоҡ экспортланған. Беларуссия ла Башҡортостанда үҫтерелгән етенде алырға әҙер. Быйыл был культураның дөйөм майҙанын 75 мең гектарға еткереү күҙаллана. Благовар районында  санкциялар йоғонтоһо һиҙелмәй. Техника, алмаш өлөштәр етерлек. “Яғыулыҡ-майлау материалдары, ашлама һәм орлоҡ менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр юҡ”, - ти Благовар район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе Радик Әхмәҙуллин.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт