Бөйөк Еңеү көнө алдынан Рәсәй почтаһы һуғыш ветерандарына, тыл хеҙмәтсәндәренә һәм блокадала булғандарға Рәсәй президенты ҡул ҡуйған ҡотлау хаттарын тапшыра. 7 майға тиклем почта хеҙмәткәрҙәре республикала йәшәүсе 16 704 почетлы адресатты йөрөп сығасаҡ.
Ил буйынса 600 меңдән ашыу кешегә Владимир Путиндың ҡотлауы ебәрелгән. Өфөнән тыл хеҙмәтсәне Бәғиә Шакирова ла Мәскәүҙән килгән хатты ҡабул итте. Апрелдә 101 йәшен тултырған сал сәсле ветеран һуғыш йылдарында фашистик көстәр шартлатҡан тимер юлдарҙы ремонтлауҙа ҡатнашҡан. «Мәскәү оборонаһы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. Тотош Украинаны йөрөп сығып, Бөйөк Еңеү көнөн Одессала ҡаршылаған.
Ил президентының ҡотлау хаттары һәр адресатҡа барып етәсәк. Талап ителгәндә, Рәсәй Почтаһы белгестәре ветерандың яңы йәшәү урынын асыҡлаясаҡ. Әгәр ветеран өйҙә булмаһа, мәҫәлән, дачаға ваҡытлыса күсенгән булһа, хат яҡындағы бүлексәлә тағы бер ай һаҡлана.
Гөлназ Хәйбуллина