Уны республика йортонда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров уҙғарҙы. Ултырышта төбәк етәксеһе йылдың тәүге өс айында республикала сәнәғәт үҫеше индексы былтыр ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 110,1 процент тәшкил итеүен белдерҙе.
Рәсәй буйынса был күрһәткес 105,9 процент тәшкил иткән. Күләмдәрҙең артыуы иҡтисадтың дүрт йүнәлешендә лә күҙәтелә, йәғни, сеймал, эшкәртеү сәнәғәте, һыу тәьминәте, ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм эшкәртеү, тирә-яҡ мөхитте бысратыу һөҙөмтәләрен юҡ итеү өлкәләренең һәр ҡайһыһында үҫеш билдәләнгән. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар шулай уҡ төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәтле юлдарҙы ремонтлау барышын да тикшерҙе.
Гөлдәриә Йосопова