Бөгөн Саҡмағош үҙәк район дауаханаһында төҙөкләндерелгәндән һуң яңы поликлиника асылды

Өр-яңы һәм заманса. Бөгөн Саҡмағош үҙәк район дауаханаһында төҙөкләндерелгәндән һуң яңы поликлиника асылды. Уҙған быуаттың 70-се йылдарында төҙөлгән бина шаҡтай иҫкергән булған. Бөгөндән яңыртылған медицина учреждениеһы яңы шарттарҙа эшләй башланы. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина әҙерләгән яҙмала.

Руслан Васильевтың яңы поликлиникаға тәүге килеүе. Бынан ары дауаханала медицина тикшеренеүе үтеү өсөн элекке өс көн урынына бер көн дә етә. Иҫке бинала коридорҙар тар, ултырыр урын да  юҡ ине, ти пациент. 

Яңы бина асылыу белгестәр бер сменала ғына  йөҙҙән ашыу кешене ҡабул итеп, уларға тейешел  медицина ярҙамы күрһәтә ала. Заманса медицина ҡорамалдары сирҙе иртә стадияларҙа асыҡлау мөмкинлеге бирә.

Яңы медицина учреждениеһын саҡмағоштар 90-сы йылдарҙан көтөп алған. Бындағы элекке бина 1974 йылда уҡ төҙөлгән. Бынан ары урындағы халыҡ өр-яңы заманса йыһазландырылған биналарҙа дауалана аласаҡ.

Өс ҡатлы яңы поликлиника республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. Проектҡа 400 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтелгән. 

Был беҙҙең өсөн бик мөһим объект. Проект урындағы халыҡ башланғысында тормошҡа ашырылды. Бында йоғошло сирҙәр менән ауырығандарҙы  дауалау өсөн айырым шарттар тыуҙырылған, диагностика, эндоскопия үтеү, хирург һәм башҡа тар профилле белгестәргә күренеү мөмкинлеге бар.

Максим Забелин, Башҡортостан республикаһы башлығы хакимиәте етәксеһе

Яңы бина аҙ хәрәкәт иткән  граждандар өсөн лифттар менән йыһазландырылған, бында иркен конференция залы, гардероб бүлмәһе лә бар. Табиптар сирлеләрҙе  54 кабинетта ҡабул итә, ошонда уҡ хирургия бүлмәһе, заманса йыһазландырылған рентгенология  бүлеге лә урынлашҡан. 

Яңы поликлиникала айырым ишек менән балалар бүлеге һәм ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы урынлашыуы ла оло әһәмиәткә эйә. Әсә һәм бала сәләмәтлеген хәстәрләүгә йүнәлтелгән системалы эш районда демография күрһәткестәре яҡшырыуына ла булышлыҡ итер тип көтөлә. 

Рәзилә Ғиниәтуллина