Күгәрсен районы Һатлыҡ ауылы янында «Атайсал» проекты буынса Ҡашлаҡ шишмәһе төҙөкләндерелде

Һыу йәшәү сығанағы. Күгәрсен районы Һатлыҡ ауылы янында «Атайсал» проекты буынса Ҡашлаҡ шишмәһе төҙөкләндерелде. Яңы һулыш алған биләмәнән киләһе яҙма.

Ҡашлаҡ шишмәһе быға тиклем Оло Эйеккә ҡоя. Тик һыу юлын боҙоуға бәйле, инеш урыны һаҙлыҡҡа әйләнгән була.  Шишмәгә яңынан юл асыу «Атайсал» проекты ярҙамында башҡарыла. Уны Һатлыҡ ауылында тыуған, Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев башлап ебәрә.

Изге эшкә Юлдыбай ауыл биләмәһе етәкселеге, урындағы халыҡ ҡушыла. Улар берҙәм көс менән  шишмә буйын таҙалай, тирә-яғын кәртәләп, һыу эсеү урындарын булдыралар. Өҫтәүенә, шишмәгә тиклем ҡырсынташтан юл да һалына. Өмәләрҙә әүҙем ҡатнашҡан халыҡҡа рәхмәт хаттары тапшырылды. Тантаналы сараға килеүселәр изге урынды һәр ваҡыт таҙа тоторға, уның һыуын ҡоротмаҫҡа һүҙ бирҙе. Сөнки һәр кемдең ихатаһында ҡоҙоғо булыуға ҡарамаҫтан, урындағы халыҡ та шишмә һыуын үҙ итә.

«Атайсал» проекты Һатлыҡ ауылында быға тиклем дә тормошҡа ашырылған булған. Былтыр уның нигеҙендә ауыл зыяратында төҙөкләндереү эштәре башҡарылған. Ә инде шишмә буйы ауыл халҡын ғына түгел, ҡунаҡтарҙы, юлсыларҙы ла ҡыуандырыр, тигән өмөттә проектты ғәмәлгә ашырыусылар.

Шифалы шишмә һыуын һәр кем тәмләп ҡараны, шулай уҡ изге урынды биҙәп миләш ағастары ултыртылды. Матур ҡойма менән уратып алынған, атамаһы яҙып эленгән шишмә буйында туҡтап, шифалы һыуын һауыттарға тултырып алыусылар ҙа күбәйер тигән өмөт бар.

Әлфинә Килдейәрова