Иҫке Сибай ауылы мәктәбе быйыл төҙөлөп бөтә

Премьер-министр Андрей Назаров бөгөн эш сәфәре менән Урал аръяғында. Ул  Иҫке Сибай ауылында оҙаҡ төҙөлмәгән мәктәп бинаһын ҡараны. "Намыҫһыҙ төҙөүсе алынған йөкләмәләрҙе үтәмәгән. Берҙәм көс менән төҙөлөш яңынан башланды. Уҡыу йортон төҙөп бөтәбеҙ. Ул 1 сентябрҙә  ишектәрен асырға тейеш. Маҡсат ҙур, әммә үтәрлек", тине премьер-министр.