Сал сәсле ветеран Хәмзә Йыһаншин бар тормошон ғәҙеллек өсөн көрәшкә арнаған. Татарстанда тыуып үҫһә лә ул, тыныс тормошта Башҡортостанға күсенә. Прокуратура, адвокатура өлкәһендә уңышлы эшләй. Һөнәри яҡтан абруй ҡаҙанған замандашыбыҙ менән БЮТ каналының ижади төркөмө лә осрашты
Хәмзә Йыһаншиндың йәшлек хәтирәләре һуғыш осорона барып тоташа. 1944 йылда туғыҙынсы синыфты тамамлаған егет Ҡыҙыл Армия сафына саҡырылған. Эске эштәр халыҡ комиссариатының 233-cө айырым уҡсылар батальонына эләгә. Фашистик көстәр менән ҡаты алыш барышын, Бөйөк Еңеү көнөн ул бөгөнгөләй хәтерләй.
Һуғыш тамамлана. Әммә беҙҙең геройҙың хәрби хеҙмәтенә нөктә ҡуйылмай. Көнбайыш Украина өлкәләрендә ул тағы ла ете йыл дауамында бандеровсылар менән көрәш алып бара. Уңышлы операциялар ойоштороп, ҡаһарманлыҡ күрһәткән өсөн бихисап наградаларға лайыҡ була. Тыныс тормошҡа ҡайтҡас та, Хәмзә Сәйет улы ғәҙеллек өсөн көрәшен дауам итә. Ҡазан юридик мәктәбен тамамлап, йүнәлтмә буйынса Өфөгә ебәрелә. Ҡариҙел районына халыҡ судъяһы итеп тәғәйенләнә.
Хәмзиә Йыһаншин оҙаҡ йылдар прокуратура, адвокатура өлкәһендә лә эшләгән. БАССР-ҙың атҡаҙанған юрисы исемен йөрөтә. Бөйөк Еңеү көнө алдынан сал сәсле ветеранды Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Елена Арямнова ла шәхсән ҡотлап үтте.
Бөйөк Еңеү көнө алдынан уҙғарылған акция сиктәрендә ветеранға аҙыҡ-түлек тупланмаһы, шулай уҡ «Йәш гвардия» хәрәкәте активистары, студенттар, мәктәп уҡыусылары яҙған ҡотлау хаттары тапшырылды. Әйткәндәй, 9 сентябрҙә Хәмзә Сәйет улы 95 йәшлек юбилейын билдәләйәсәк. Сал сәсле яугир бөгөн дә ил киләсәге өсөн борсолоп йәшәй. Махсус операцияның уңышлы тамамланыуына һис шикһеҙ ышана.
Гөлназ Хәйбуллина