Легендар осоусы-штурмовик, ике тапҡыр Советтар Союзы геройы Муса Гәрәев иҫтәлегенә

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында «Герой йондоҙо» спектакленең премьераһы үтте. Пьеса нигеҙендә ҡаһарман яҡташыбыҙҙың хәрби юлы сағылыш тапҡан. Мөхәббәт темаһы ла яҡтыртыла. Һауанан дошманды юҡ итеүгә тос өлөш индергән яугирҙың яҙмышы хәҙер сәхнә әҫәрендә лә лайыҡлы урын алды. Премьераның тәүге көнөндә Гөлназ Хәйбуллина ла булып ҡайтты.

Ҡыйыу һәм ҡурҡыу белмәҫ. Дошманға ҡаршы һауанан ут асырға ла ул үҙ теләге менән бара. Легендар осоусы-штурмовик Муса Гәрәевтың хәрби юлы хайран ҡалырлыҡ. Һуғыштағы барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы үтеп, ул бихисап наградаларға лайыҡ була.

22 йәшендә ике тапҡыр Советтар Союзы геройы булараҡ танылыу ала. Эскадрилья командиры дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Спектаклдә төп ролде йәш актер Әбйәлил Үтәбаев башҡара. Сәхнәләге декорациялар дәһшәтле йылдарға алып ҡайта.

Муса Ғайса улы тәүге хәрби һынауҙы Сталинград фронтында үтә. Донбасс, Ҡырым, Белоруссия ерҙәрен азат итеүҙә, Польша, Германиялағы алыштарҙа ҡатнаша.  Һауанан ут асҡан башҡорт яугиры немецтарҙы һәр ваҡыт ҡурҡыуҙа тотҡан.  «Герой йондоҙо» спектаклендә үлемгә ҡаршылыҡ күрһәтеү мәлдәре лә сағылыш тапҡан. Ҡулдары урынына, әйтерһең дә, ҡанаттар.

Яҙыусы Фәрит Әхмәҙиев пьесаны биш йыл элек үк яҙған булған. Әҫәрҙең Муса Гәрәевтың тыуыуына йөҙ йыл тулыу уңайынан ҡуйылыуы автор өсөн икеләтә бүләк. Спектакль рус телендә бара, ҡуйыусы-режиссеры - Башҡортостандың халыҡ артисы Ольга Мусина. Әйткәндәй, сәхнәлә мөхәббәт темаһы ла урын алған. Премьераны ҡарарға легендар осоусының улы Евгений ҙа килгәйне.

Бала саҡта ата-әсәйем әкиәттәр менән бергә һуғыш йылдары хәтирәләрен һөйләй торғайны. Бик ауыр яу юлын үтә улар. Спектакль бик оҡшаны. Беҙҙең өсөн был оло ғорурлыҡ. Муса Гәрәевтың вариҫтары ла килеп ҡараясаҡ

Евгений Гәрәев, Муса Гәрәевтың улы

Һуғыштан һуң легендар осоусы сирек быуатҡа яҡын хәрби хеҙмәттә була. Ике академия тамамлай. Депутатлыҡ эшен алып бара. ДОСААФ-тың Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе булараҡ та тәғәйенләнә. Халыҡҡа ул автобиографик әҫәрен ҡалдырған. Бөйөк шәхестең исемен мәңгелләштереү эше бөгөн дә дауам итә.

250-нән ашыу хәрби осош, ҡыйратылған йөҙҙәрсә дошман полктары. Муса Гәрәевтың Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ниһайәт ҡаһарман яҡташыбыҙ хәтирәләренә таянып яҙылған «Герой йондоҙо» пьесаһы ла Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры репертуарында лайыҡлы урын алды. Спектаклдең сираттағы премьераһы 9 майҙа үтә.

Гөлназ Хәйбуллина