Өфөлә бөгөн “Үлемһеҙ полк” акцияһы үтте. Колонна Шәфиев урамынан алып Кольск урамына тиклем Октябрь Проспекты буйлап атланы. Патриотик сарала төрлө быуын вәкилдәре ҡатнашты. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов олатаһы Сәмиғулла Ишмурзин фоторәсеме менән килгән.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт"“Үлемһеҙ полк” акцияһы батырҙарға дан йырлау, Еңеү һалдаттарына рәхмәт әйтеү мөмкинлеге”, - ти сарала ҡатнашыусылар.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтӨфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡалала үткән “Үлемһеҙ полк” акцияһында, яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, 170 мең кеше ҡатнашҡан.