Еңеүселәр вариҫтары килә. Өфөлә "Үлемһеҙ полк"ка 170 меңдән ашыу кеше ҡушылды

Башҡортостанда быйыл “Үлемһеҙ полк” акцияһы ғәҙәти тәртиптә ойошторолдо. Халыҡ һуғышта ҡатнашҡан яугирҙар фотоларын тотоп урам буйлап бер сафта атлап үтте. Өфөлә “Үлемһеҙ полк” акцияһында Радий Хәбиров ҡатнашты. Ул олатаһы, рядовой Барый Латып улы Хәбиров фотоһын тотоп үтте. Республика Башлығы бөгөн дә нацизм менән көрәшкән беҙҙең һалдаттарға теләктәшлек белдереп, илһөйәрлек акцияһының мөһимлеген белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт