112 се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы яугирҙары исемен мәңгеләштереп Баймаҡ районы Темәс ауылында ла яңы сквер асылды. Ауыл халҡының байрам кәйефе хаҡында киләһе сюжетта.
Бөйөк Ватан һуғышы еле ҡағылмаған бер генә ғаилә лә юҡ, уның уңалмаҫ яралары бөгөн дә һыҙлай. 77-се Еңеү яҙын ҡаршылағанда,Темәс ауылында ла легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарына сквер асылды.
Баймаҡ районынан данлы кавалерия дивизияһында 500- ҙән ашыу кеше ҡатнаша. Улар араһында Темәс ауылынан да тиҫтәләп яугир була. Атай-олатайҙарының ҡаһарманлығы өсөн уларҙың вариҫтары бөгөн юғары ғорурлыҡ тойғоһо кисерә.
Объект ауылдың тарихи урыны буласаҡ. Ауылдаштары хөрмәтенә асылған сквер тыныс тормош бүләк иткән ветерандарға дан йырлап ҡына ҡалмай, йәш быуында батырҙарға, илгә ҡарата ихтирам да тәрбиәләй.
Батырҙар беҙҙең менән. Еңеү йылъяҙмаһында был юғары һүҙҙәр көнүҙәклеген юғалтмай. Йылдар үтһә лә, хәтер онотолмай. Ил именлеге, тыныслыҡ өсөн алышҡан яугирҙарҙың исеме халыҡ күңелендә мәңге йәшәй.
Альбина Баййегетова