Батырҙарға мәңгелек дан! Балтас районының Бигилде һәм Боғҙан ауылдарында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына обелиск асылды.
Бигилде ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугиҙары иҫтәлегенә асылған обелиск ауылдан сыҡҡан ерҙә урынлашҡан. Еңеү һалдаттарының исеме уйылып яҙылған мемориал әллә ҡайҙан күренеп, ҡаһарман һалдаттар хаҡында хәтерләтә. Объект урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы буйынса тергеҙелгән. Был программа сиктәрендә Иҫке Баян ауыл биләмәһенең тағы ла биш ауылында Бөйөк Ватан һуғышын яугирҙарын иҫкә алыу урыны булдырылған.
Бигилде ауылында асылған обелиск иһә ҙур парктың башы ғына. Бында ауыл халҡы көсө менән мөһәбәт парк үҫеп сығасаҡ тип күҙаллана. Бигилделәге Бөйөк Ватан һуғышы яугиҙәренә арналған обелисктың хаҡы 393 мең һумлыҡ, 92 меңе «Реаль эштәр» программаһы буйынса бүленгән, ҡалған сумманы ауылдаштар һәм бағыусылар йыйыған. Обелиск тирәләй ағастар ултыртыласаҡ, ял зоналары ла булдырыласаҡ.
Гүзәл Борханова