«Первушино» аэродромында үткән хәрби-патриотик байрам ойошторолдо

Ғаилә, ил, донъя берҙәмлеге. «Первушино» аэродромында үткән хәрби-патриотик байрам хәйриә сараһы булып тороуы менән дә үҙенсәлекле булды. Лоторея уйнатыуҙан килгән аҡса церебраль фалиж менән яфаланған Самира һәм Замира исемле ҡыҙҙарҙы дауалауға, Өфөнөң 101-се мәктәбендә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн ресурс класын заманса ҡоролмалар менән йыһазландырыуға йүнәлтелә.

Майҙанда балалар өсөн күңел асыу майҙансыҡтары ойошторолғайны, авиатехника күргәҙмәһе, милли аш-һыу фестивале һәм һауа программаһы берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Байрамда ҡатнашыусылар иғтибарына Башҡорт дәүләт филармонияһы һәм Өфө мәҙәниәт һарайы артистарының сағыу йыр-бейеүҙәре тәҡдим ителде. Концерт хэдлайнеры булып Айҙар Ғәлимов сығыш яһаны.

Рәзилә Ғиниәтуллина