Башҡортостан юлдаш телевидениеһында – «Еңеү көнө»

Бөгөн телеканалда көн дауамында барасаҡ телемарофон шулай атала. Көн дауамында телевизор ҡараусылар БЮТ каналында республика, район-ҡала кимәлендә үткән сараларҙан тура бәйләнештәр, Хәтер акцияһын, ветерандар, тыл хеҙмәтсәндәре менән әңгәмәләр, яугирҙар тураһында телеочерктар һәм әлбиттә, яңылыҡтар һәм башҡа бик күп ҡыҙыҡлы программалар ҡарай ала.

Тап беҙҙең эфирҙа һеҙ  иртәнге сәғәт 10-дан Еңеү парадын, 11-ҙән Бөтә Рәсәй «Үлемһеҙ полк» акцияһын тамаша ҡыла алаһығыҙ. Көндөҙгө сәғәт 3-тә Совет майҙанында Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың буласаҡ һәйкәленә гильза һалыу тантанаһы байрамдың тулҡынландырғыс өлөшө булыр тип күҙаллана.

Бынан тыш, Башҡортостан һәм Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығындағы байрам концерты ла тура эфирҙа күрһәтелә.

Рәйлә Күсемханова