Өфөлә Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына арналған парадты Бөйөк Ватан һуғышының тере шаһиттары – сал сәсле яугирҙар, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш балалары күҙәтте. Быйыл тантаналы сарала ике тиҫтәгә яҡын парад расчеты ҡатнашты.
Колонна булып Өфө территориаль гарнизоны хәрбиҙәре, Федераль башҡарма власть органдары хеҙмәткәрҙәре, хәрби бәрелеш ветерандары, кадеттар, курсанттар, кинологтар, һыбайлылар, барлығы мең ярымдан ашыу кеше үтте.
Республика башлығы Радий Хәбиров парадты сәләмләп, Бөйөк Ватан һуғышында күрһәтелгән ҡаһарманлыҡ хәтерен һаҡлау мөһимлеген билдәләне. Бөгөнгө заман өсөн был айырыуса көнүҙәк.
Парад аҙағында кадеттар плац-концерт, ҡул көрәше буйынса күрһәтмә уйындар менән сығыш яһаны. Шулай уҡ Өфө күгендә бәләкәй авиация юғары пилотаж күрһәтте. Тантаналы сара аҙағында республика башлығы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары янына килеп ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Сал сәсле яугир Кашшаф Сәмиғуллин да бөгөн сафта. 2 майҙа ул 99 йәшен билдәләгән.
Гөлназ Хәйбуллина