Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарына арналған обелиск өс ай эсендә сафҡа инде. Тантана республика район-ҡалалары ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәүсе яҡташтарҙы бергә йыйҙы. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Был көндө Шаран районы Баҙғыя ауылы халҡы түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Шуға ла байрамға олоһо ла, кесеһе лә кемуҙарҙан килде. Мемориал комплекс хеҙмәттәшебеҙ, ошо ауылда тыуып-үҫкән Әлфинә Андреева башланғысында тормошҡа ашырыла. Ул инициатив төркөм төҙөп, өс ай эсендә кәрәкле сумма йыйыуға ирешә.
Обелискта Ватан өсөн яуҙа башын һалған батырҙарҙың, Еңеү яулап тыуған яҡтарына ҡайтҡан яугирҙарҙың исем-шәрифе бирелгән. Исемлектә Әлфинә Андрееваның да атаһы бар. Республиканың төп телеканалының үҙ хәбәрсеһе килгән халыҡты фронтовик Василий Андреевтың хәтирәләре, яу юлын бергә үткән шәхси әйбере менән дә таныштырҙы.
Мемориал комплекс ауылдаштар көсө ярҙамында сафҡа инә. Һуғыш һәм тыл ҡаһармандарының исемен мәңгеләштереүҙә ауылдан ситтә йәшәүселәр ҙә ҡатнашҡан. Сара шарандар өсөн тулҡынландырғыс ваҡиға.
Шаран районы Иҫке Тамъян ауылында тыуып-үҫкән замандашыбыҙ Илдус Мөхәмәҙиев байрамға Бөйөк Ватан һуғышын үткән гимнастеркала килгән. Хәрби кейем фронтовик туғаны Мәҡсүм Шаймәрҙәновтан ҡалған ҡомартҡы.
Тантана артабан «Үлемһеҙ полк» акцияһы менән дауам итте. Баҙғыя ауылында йәшәүселәр герой ата-олатайҙарының фотоһүрәттәрен тотоп ауыл урамдары буйлап атланы. Изге Ватаныбыҙ өсөн йәнен аямаған ауылдаштар шаңдау булып тиҫтәләрсә йылдан һуң, фронт йырҙары аша әйләнеп ҡайтты
Азат Ғәлиуллин