Өфөгә Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған төйәгенән хәрби техника колоннаһы килеп етте

Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған төйәге Ҡырмыҫҡалы районынан сыҡҡан хәрби техника колоннаһы әле юлда. Өфөнөң Совет майҙанында уны БЮТ каналының ижади төркөмө ҡаршы ала. Тантаналы сарала БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова эшләй.

Бөгөн, Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығын ҡаршылаған ошо ҡояшлы көндә, баш ҡалабыҙҙа быуатҡа бер була торған тарихи ваҡиға.

Быйыл көҙ ошо майҙанда легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл һәм уның эргәһендә яу ҡаһармандарының иҫтәлеген мәңгеләштергән колонада ҡуйыла. Бөгөн иһә һәйкәл нигеҙенә республиканың төрлө төбәктәренән килтерелгән тупраҡ һалына, һуңғы ус тупраҡ Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған яғынан һәм Луганс халыҡ республикаһы Петровское ауылындағы ҡәберенән алынды.

Рәмзиә Кәримова