Тереләй янып үлгәндәр: Мишкә районында үлемесле авария

Юл-транспорт ваҡиғаһы иртәнге сәғәттәрҙә теркәлде. Өфө-Яңауыл юлының 133 километрында «Рено сандеро» менән «Шкода Румстер» автомобилдәре бәрелеште. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса аварияла 5 кешенең, шул иҫәптән 2005 йылғы үҫмерҙең ғүмере өҙөлгән.

Башҡортостан прокуратураһы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса «Шкода» ҡаршы һыҙатҡа сығып «Рено Сандеро»ға бәрелгән. Һуңғыһы кюветҡа түңкәрелгәндән һуң машинала ут сыҡҡан. Ваҡиға урынына янғын һүндереү көстәре йәлеп ителгән. Үлемесле авария сәбәптәрен тикшереү дауам итә.