Өфөлә Донецк һәм Луганскиҙан ваҡытлыса күсенеп килеүселәр өсөн байрам саралары ойошторолдо

Бөйөк Еңеү көнөндә Башҡортостанға Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан ваҡытлыса күсенеп килеүселәр өсөн дә байрам саралары үтте. Өфөләге «Связист» шифахана-профилакторийы Донбасстан 200 кешене ҡабул иткәйне. Улар өсөн асыҡ һауалағы сәхнәлә концерт ойошторолдо.

Артистар һуғыш йылдарында яҙылған, илһөйәрлек менән һуғарылған йырҙар башҡарҙы. Ирекмәндәр тарафынан балаларға георгий таҫмалары таратылды, төрлө уйындар уҙғарылды. Майҙанда ялан кухняһы ла эшләне. Шулай уҡ учреждениела Өфөлә һәм Мәскәүҙә үткән парад, «Үлемһеҙ полк» акцияларының трансляцияһы күрһәтелде.

9 май – күңел һәм йөрәк өсөн иң яҡын байрам. Был көндө һәр ваҡыт ҡыуанып ҡаршы алабыҙ. Концерт ҡарап илап та алдыҡ. Артистарҙың рухлы сығыштарынан һуң ниһайәт, бейей башланыҡ, кәйеф күтәрелде. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт. Шулай уҡ беҙ Өфөләге тантаналы парадты ла һоҡланып күҙәттек.

Наталья Щуцкая, Луганск халыҡ республикаһынан ваҡытлыса күсеп килеүсе

Башҡортостанға Донбасстан ваҡытлыса күсенеп килеүселәргә бушлай медицина, социаль, гуманитар ярҙам күрһәтелә. Документтарын тергеҙеү, эш урындары менән тәьмин итеү, балаларҙы мәғариф учреждениеларына урынлаштырыу мәсьәләләре лә хәл ителә.

Гөлназ Хәйбуллина