Уларҙың береһе – яңыраҡ 97 йәшен билдәләгән Хәнәфи Әйүпов. Оло быуын вәкиле бөгөн Киров районындағы ҡыҙында йәшәй. Ваҡытында бер генә парадты ла ҡалдырмаған уҙаман хәҙер Еңеү көнөн зәңгәр экрандар аша ғына ҡарарға мәжбүр. Сал сәсле ветеран менән БЮТ каналының ижади төркөмө осрашты.
Һуғыш башланғанда уға 16 ғына йәш була. 1943 йылға тиклем ул өлкәндәр менән бергә колхозда эшләй. 10-сы класс уҡыусыһы артабан армия сафына алына һәм Ырымбур пехота училищеһына ебәрелә. Һуңынан 17-се хәрби-һауа бригадаһына күсерелә. 2-се һәм 3-сө Украина фронты составында хәрби бәрелештәрҙә ҡатнаша. Австрия, Венгрия һәм Чехословакияны азат итә. Еңеүҙе Венала ҡаршы ала.
Оло быуын вәкиле бөгөн һуғыш йылдарын ҙур ауырлыҡ менән иҫкә төшөрә. Уның күрһәткән батырлыҡтарын түшендәге орден- миҙалдарға ҡарап та төҫмөрләргә мөмкин. Хәнәфи Әйүп улы 50-се йылда ғына запасҡа китә. Оҙаҡ йылдар ул «Өфөоргсинтез» предприятиеһында фиҙаҡәр хеҙмәт итә. Оло быуын вәкиле бөгөн дә донъялағы яңылыҡтар менән даими танышып бара.
Ветеран быйыл Еңеү парадында шәхсән ҡатнашыу теләге менән янған. Әммә ҡала властары билдәһеҙ сәбәп менән атайымды онотто, ти ҡыҙы.
Илдар Байбулатов