Айыҡ тормошто һайлап. Йылайыр районының Сәләх ауылы икенсе йыл рәттән «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнаша. Был юлы улар төрлө мәҙәни саралар ғына үткәреп ҡалмай, йорттарҙы төҙөкләндерә, боронғо кәсептәрҙе тергеҙә.
Быларҙың барыһы менән дә сәләхтәр “Ил яҙмышы – ирҙәр ҡулында” тигән сарала таныштырҙы. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.
Ҡулдан эшләнгән ҡапҡандар ҙурлығы һәм ҡулланылышы менән айырыла. Сәғәҙи Сәхиулла ул хаҡлы ялға сыҡҡас һунарсылыҡ менән шөғөлләнә башлай. Башлыса ул шәшке, һыуһар, бурһыҡ һәм бүре аулай. Хайуандарҙың тиреһен үҙе эшкәртә
Юғиһә, ағастың һыныуы ихтимал. Кәсепселек күргәҙмәһендә онотолоп барған шөғөлдәрҙең береһе - дуға бөгөү күрһәтелде. Оҫталыҡ серҙәре менән Шамил Солтанов менән Йәмил Ҡотлоәхмәтов уртаҡлашты.
Сәләх ауылы халҡы кәсепселекте үҫтереп, сәләмәт тормошта йәшәү яҡлы. Былтыр улар “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашып ҡарай. Ләкин уңыш йылмаймаһа ла, сәләхтәр үҙ маҡсаттарынан баш тартмай. Был юлы улар ныҡлы әҙерләнеп беренсе урынды алыуға ғына өмөтләнә.
Һәр сараны сәләхтәр бергә үткәрә, 9 май байрамына ла улар ентекле әҙерләнгән. 1945 йылдың еңеү яҙы ваҡиғаларын тергеҙеп, «Оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ « исемле театрлаштырылған тамаша күрһәтелде. Ауылда һуғыш еле ҡағылмаған бер генә йорт та, ғаилә лә юҡ. Ҡаһармандар – һуғыш һәм тыл ветерандары иҫтәлегенә ағастар ултыртылды.
1926 йылда нигеҙ һалынған Сәләх ауылында 161 кеше, шул иҫәптән 56 бала йәшәй. Йәштәрҙең күбеһе ауылда ҡалып ғаилә ҡора. Быйыл ғына ике пары өйләнешкән.
Сәләх ауылында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бар йорттар ҙа тәртипкә килтерелә, мәсет төҙөлә, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты менән балалар майҙансығы сафҡа инә. Иң мөһиме: йәшәр тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Уны иһә бер ниндәй ҙә призлы аҡсаға һатып алып булмай.
Әлфинә Килдейәрова