Әбйәлил районының Хәлил һәм Әбделмәмбәт ауылдарында Төньяҡ Кавказдағы хәрби бәрелештәрҙә һәләк булған Илдар Хажин менән Фәнис Фазылйәновтың иҫтәлеге мәңгеләштерелде. Мемориаль таҡтаташ райондың «Хәрби туғанлыҡ» хәрәкәте тәҡдиме менән ҡуйылды.
Изге башланғысты тормошҡа ашырыуға Хәлил ауылы хакимиәте лә, Әбделмәмбәт урта мәктәбе лә ҡушылды. БЮТ каналының ижади төркөмө лә иҫтәлекле ваҡиғаның шаһиты булды. Был хаҡта БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Аҡ япма аҫтында Хәлил ауылы халҡына яҡшы таныш исем-шәриф. Илдар Хажин барыһының да күҙ алдында буй еткерә. Өс малайҙың кинйәһе, ул шуҡ, шаян, ҡыҙыҡһыныусан булып үҫә. Төрлө асыштар яһарға, уйлап сығарырға ярата, техника менән мауыға, спортта алдынғылыҡты бирмәй.
Үҙҙәренең ауылында милли көрәш түңәрәге асылғансы 14 километр алыҫлыҡтағы Ишҡолға велосипед менән йөрөп шөғөлләнә. Хәрби хеҙмәткә лә үҙ теләге менән китә, тик уның ғүмере 20 йәштә генә Төньяҡ Осетиялағы хәрби бәрелештәрҙә өҙөлә. Ике тапҡыр цинк табуттарҙа дуҫтарын оҙатып ҡайтты, өсөнсөһөндә үҙен алып килделәр, тип хәтерләй Илдарҙың әсәһе Һәҙиә Хажина.
Хәлил мәктәбе уҡытыусылары әйтеүенсә, Илдар уҡығанда ла ныҡышмаллығы, ҡыйыулығы менән айырылып тора. Алдына һәр ваҡыт ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәй.
Әбделмәмбәт ауылынан Йәмилә менән Хажиәхмәт Фазылйәновтарҙың ишле, татыу ғаиләһендә тыуып-үҫкән Фәнис тә бәләкәй саҡтан көслө рухлы, ҡыйыу йөрәкле була. Теүәл фәндәрҙе ярата, спорт буйынса ярыштарҙа еңеүҙәре менән ҡыуандыра.
Шуға күрә лә Фәнис Хажиәхмәт улы киләсәген дә йәш быуынға физик тәрбиә биреү менән бәйләргә теләй. 9-сы синыфтан һуң Күмертау физкультура техникумына юллана, әммә дипломын ҡулына алып та өлгөрмәй хәрби хеҙмәткә саҡырыла. 20 йәше лә тулмаған егеттең ғүмере Төньяҡ Кавказда өҙөлә.
Төньяҡ Кавказдағы хәрби бәрелештәрҙә Әбйәлил районынан 600-ҙән ашыу яҡташыбыҙ ҡатнаша. Уларҙың 12-һе һәләк була, берәүһе хәбәрһеҙ юғала. Төбәктә 2018 йылда ойошторолған «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһы егеттәрҙең исемен мәңгеләштереү эшен алып бара ла инде. Улар үҙ көсө менән район үҙәге Асҡарҙа һәйкәл асҡан, һәләк булғандарҙың яҡындары хаҡында ла хәстәрлек күрә.
Башланғысты Хәлил ауылы биләмәһе лә хуплай, хакимиәт матди сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алған. Етәкселәр әйтеүенсә, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың исемен мәңгеләштереү изге ғәмәл. Төбәктә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының иҫтәлеге лә ҡәҙерләп һаҡлана.
«Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһы егеттәре әйтеүенсә, районда Төньяҡ Кавказда һәләк булғандарға таҡташ ҡуйыу тамамланған. Йәш быуын тыуған төйәгенең тарихын белеп үҫергә тейеш, ти хәрби бәрелештәр ветерандары.
Рәмзиә Кәримова