Башҡортостандан Луганск халыҡ республикаһында йәшәүселәргә гуманитар ярҙам менән дөйөм ауырлығы 168 тонна булған етенсе эшелон оҙатылды. Төҙөлөш материалдары, медицина ҡорамалдары, дарыу кәрәк-яраҡтары, хужалыҡ һәм канцелярия тауарҙары, оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек ебәрелде.
Йөк машиналарында урам-ихаталарҙы төҙөкләндереү өсөн ҡорамалдар, етмеш тонна һыуыҡ асфальт та бар. Колонна составында 41 берәмек техника һәм 133 кеше. Улар – табиптар, шәфҡәт туташтары һәм фельдшерҙар. Эшелон менән бергә юлланған ҡырҡ һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре медицина ярҙамы күрһәтәсәк.
Гөлназ Хәйбуллина