Ҡырмыҫҡалы районында теркәлгән юл-транспорт фажиғәһендә 3 кеше зыян күргән

Берәүһе ауыр тән йәрәхәттәренән һуң һәләк булған.

Һыуыҡ-Шишмә ауылы эргәһендә теркәлгән аварияла өс автомобиль бәрелешкән. Автомобилдәҙең береһенән водителде сығарыу өсөн ҡотҡарыусылар ярҙамы талап ителә.

«Лада Ларгус» автомобиленең пассажиры – 73 йәшлек ҡатын һәләк булған, өс кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Ваҡиға урынында хоҡуҡ һаҡсылары эшләй, юл-транспорт фажиғәһе сәбәптәре асыҡлана. 

Әлфинә Килдейәрова