Башҡортостандың бөтә мәктәптәренә лә флагштоктар урынлаштырыласаҡ

Яңы уҡыу йылынан, мәғариф учреждениаларында линейкала флаг күтәреү йолаһы тергеҙелә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был патриотик сара ил Президенты Владимир Путин тарафынан тәҡдим ителде.

Өфөнөң Ленин районы мәктәптәрендә тантаналы линейкалар ойошторола башланы. Уҡыу алдынғалары гимн музыкаһына флаг күтәрҙе. Илһөйәрлек акцияһында республика хөкүмәте етәкселеге, уҡытыусылар һәм ҡунаҡтар ҡатнашты. 

Флорида Ким