Уға билдәһеҙ кешеләр атҡан булыуы ихтимал. Йәрәхәтләнгән эт әле Өфөләге ветеринария клиникаларының береһендә аҫрала.
Рентген тикшереүе һөҙөмтәһе уның һөйәктәрендә һәм мускулдарында йәрәхәт эҙҙәрен күрһәтә. Хәлһеҙләнгән, артҡы аяғының һөйәктәре онталған хайуан клиникала тәүлек әйләнәһенә ветеринар күҙәтеүендә.
Этте 8 майҙа Алексеевка ҡасабаһы янындағы күлдә балыҡсылар тапҡан. Ул ташландыҡ йорт хайуаны булырға тейеш, тип фаразлай ирекмәндәр. Ҡарауһыҙ эт-бесәйҙәрҙе приютта аҫыраусы ойошма ағзалары битараф булмағандарҙан аҡсалата ярҙам һорай. Бәйләнеш өсөн телефонды экранда күрәһегеҙ.
Рәмилә Исмәғилева