Шишмә районы Ябалаҡлы ауылы «Айыҡ ауыл» республика конкурсы финалына үткән

Урындағы халыҡ дөйөм көс менән биләмәлә суррогат эсемлектәр менән һатыу нөктәләрен яптырған. Хәҙер магазинда ла спиртлы продукция һатылмай. Ауылда сәләмәт йәшәү рәүеше пропагандаһы алып барыла. Бәйге сиктәрендә мәҙәниәт йортонда «Уйна, гармун!» тип исемләнгән байрам ойошторолдо.

Сәхнәгә күрше район-ҡалаларҙан да гармунсылар сыҡты. Ябалаҡлыла тыуып-үҫеп, бөгөн Өфөлә йәшәүсе Рауил Дәүләтшин да яҡташтарын музыка ҡоралында оҫта уйнап ҡыуандырҙы.

10-12 йәштәр булғандыр, мине әсәйем беренсе тапҡыр Өфөгә алып килде. Сауҙа үҙәгенә барып, тыуған көнөмә бүләк һайланыҡ. Бер яҡ рәттә велосипедтар теҙелгән, икенсе яҡта гармундар. Тик береһенә генә аҡса етә ине. Оҙаҡ уйлағандан һуң, музыка ҡоралын һатып алырға булдым. Шунан бирле үҙемдең күңелем, яҡындарым өсөн уйнайым.

Рауил Дәүләтшин, гармунсы

Ябалаҡлы ауылында йәшәүселәр «Айыҡ ауыл» республика конкурсында еңгән осраҡта, аҡсалата дәртләндереү сараһына Ҡәнзәфәр бей һәйкәле урынлашҡан Үҙәк майҙанды төҙөкләндерергә ниәтләй. Шулай уҡ Хәтер баҡсаһын ойоштороу планлаштырылған.

Гөлназ Хәйбуллина