Мәләүез районында мәктәпкәсә учреждениелар тәрбиәләнеүселәре араһында 17-cе спартакиада ойошторолдо

11 команда, барлығы ике йөҙҙән ашыу малай-ҡыҙ беренселек өсөн көс һынашты. Спорт һарайында уҙғарылған ярышты кескәйҙәрҙең яҡындары ла күҙәтте.

Еңеүселәр ауыл һәм ҡала балалар баҡсалары араһында айырым билдәләнде, уларға дипломдар, миҙалдар һәм Кубок тапшырылды.

Гөлназ Хәйбуллина