Нефтекама ҡалаһында уйын майҙансығында балаларҙың йәрәхәтләнеү осрағы буйынса тикшереү башланды

Урындағы тәфтиш комитеты идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Мәҙәниәт һәм Ял паркындағы каруселдә 11 йәшлек ике ҡыҙ зыян күргән. Әле уйын майҙансығы өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәрҙән һорау алына, тикшереү һөҙөмтәләренән сығып ғәйеплеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыу күҙаллана.

Тикшереү саралары яуаплы ойошма хеҙмәткәрҙәре каруселдең конструкцияһын тейешенсә нығытмауын күрһәтте. Һөҙөмтәлә балалар уйнағанда, конструкция өҙөлөп ҡыҙҙарҙың аяғын ҡыҫылған. Уларға медицина ярҙамы күрһәтелгән. Тикшереү дауам итә.

Евгений Каневский, Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе өлкән ярҙамсыһы

Флорида Ким