Әҙер документтарҙы алыуҙа яңы хеҙмәт

«Минең документтар» күп функциялы үҙәктәрендә граждандар документтарҙы постаматтан аласаҡ. Башҡортостандың күп функциялы үҙәктәрендәге яңы ҡоролма 9 төрлө йүнәлеш буйынса хеҙмәтләндерә. Постаматтар республиканың 5 иң ҙур офисына ҡуйылған.

Яңы күпер урамында урынлашҡан республика күп функциялы үҙәге хеҙмәткәрҙәре 28 апрелдән граждандарға әҙер документтарҙы алыуға ике төрлө ысул тәҡдим итә. Тәүгеһе – ғәҙәти, ә икенсеһе постамат аша.

Постаматтар Өфөлә Яңы күпер урамы, 8-се йорт адресынан тыш, «Минең документтар» ҙың Стәрлетамаҡ , Нефтекама, Ишембай офистарында ла ҡуйылған. Киләсәктә был ысул менән документтар биреү төрҙәре артыр тип күҙаллана.

Гүзәл Борханова