Башҡортостандың барлыҡ райондарында ла сәсеү эштәре бара

Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, көн дә яҡынса 130 мең гектар ер сәселә, әлегә яҙғы культуралар тәғәйенләнгән майҙандарҙың яртыһында - 1 миллион 81 мең гектарҙа сәселгән. Урал алды дала һәм Көньяҡ зона хужалыҡтары был аҙнала иртә культуралар сәсеүҙе тамамлай. Төньяҡ райондарҙа ла сәсеү йылдам  бара.

Яңауылда ла әле яҙғы эштәрҙең иң ҡыҙыу мәле.  Райондың баш  агрономы Рәлиф Сәлимәнов  һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

   Хужалыҡтар иртә культуралар сәсеү менән бер рәттән, ужым һәм үләндәрҙе лә  туҡландыра. Рәлиф Сәлимәнов дауам итә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Быйыл республикала шәкәр сөгөлдөрө майҙаны, шулай уҡ ҡоролоҡҡа бирешмәгән культура баҫыуҙары арттырылған.План буйынса яҙын яҡынса 1 миллион 800 мең гектар ер сәселергә тейеш.