Бөгөн халыҡ-ара экологик белем көнө билдәләнә

“Тәбиғәтте яратыу һәм һаҡлау – ысын патриотлыҡ. Төп маҡсаттарҙың береһе – халыҡтың экологик мәҙәниәтен үҫтереү”, - тигән фекерҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова. “Наҙанлыҡ, ғәҙәттәрҙе үҙгәртергә теләмәү – сүп өйөмдәре артыуына килтерәсәк”, - ти ул.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республикала көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыуҙы яйға һалыу буйынса ҙур эш алып барыла. 2024 йылға тиклем Башҡортостан тулыһынса ошо ысулға күсеп бөтөргә тейеш. Хәҙер ҡалдыҡтарҙы айырым туплау өсөн урамдарҙа ла махсус контейнерҙар ҡуйылған.