Башҡортостан башлығы баҡсасыларға әүҙемерәк ярҙам күрһәтергә ҡушты

Бөгөн Радий Хәбиров төбәктең социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү буйынса оператив штаб ултырышын үткәрҙе. Кәңәшмә күтәрелгән төп һорауҙарҙың береһе – баҡсасыларҙы борсоғон проблемалар.

Атап әйткәндә, юлдарға ҡырсынташ түшәү һәм электр уты һуҙыу. Өфө мэры Ратмир Мәүлиев белдереүенсә, быйыл баҡсасылыҡ продукцияһы менән сауҙа итеү өсөн 32 майҙанда 700-гә яҡын урын булдырыла. Әле ҡулланыусылар баҙары һәм хеҙмәт өлкәһендә тотороҡлоҡ күҙәтелә.

Йылдың 1-се кварталында эшһеҙлек кимәле рекордлы күрһәткескә, йәғни 3,6 процентҡа тиклем кәмегән. Бер үк ваҡытта мәшғүллек өлкәһен стимуллаштырыу дауам итә.